КИЛЕР КӨНӨ:
Илебеҙҙә ҡан ҡойолған мәлдә
Ҡырылғанда йәп- йәш балалар.
Бал итәктәр кейеп " ағинәйҙәр "
Йырлап- бейеп күңел асалар.
Фестивальдар үтә шау- ғөр килеп,
Ҙур һарайҙар тулы шат халыҡ.
Әллә, хужалармы шулай ҡуша
Башынан серей тиҙәр бит- балыҡ.
Инде ихлас көлөү йөҙҙәрендә,
Нихәл тыуа шатлыҡ күңелдә.
Күпме әсә ер ҡуйынына биреп ғәзизкәйен,
Мең терелеп мең ҡат үлгәндә.
Һайран ҡаламын мин, ҡәрҙәштәрем,
Сыға алмай уйҙар осона.
Әллә нисек: әллә һуғыш, әллә кешеләрме,
Берәү көлә, ә берәүҙәр-
ҡайғы юрғанына төрөнә.
Тормош дауам итә-тиерһегеҙ, бәлки
Килешәмен: әйләнеүҙән Ерем туҡтамай.
Һуғыш бара илдә, ҡот осҡос был һуғыш
Туҡтарға бит һис тә уйламай.
Әҙерәк кенә баҫылып то