ӘСӘЙЕҢӘ ШЫЛТЫРАТЫРҒА ОНОТМА!
... Донъяла төрлө хәлдәр, ваҡиғалар була: бәлки, асыуланышҡанығыҙҙыр, , бер-берегеҙҙе яңылыш аңлағанығыҙҙыр, бәлки, насар уйлы кешеләр арағыҙға ҡара йылан ебәргәндер, бәлки, мөлкәт бүлешә алмағанығыҙҙыр, бәлки...
Нимә генә булһа ла, тормоштоң ваҡ ығы-зығыһынан өҫтә ҡалырға көс таба белегеҙ! Донъя фани, бер кем дә мәңгелеккә килмәгән ! Кеше тыуғас аҡ биләүгә һалалар, киткәндә лә аҡ кәфенлектән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәйәсәк...
Әсәйегеҙ һеҙҙе донъяға саф итеп, яратып, ыҙалар сигеп тапҡан, һеҙгә ғүмер, яҡты донъя бүләк иткән, тәрбиәләп үҫтергән!.. Бәлки, мәшәҡәттәр менән яңылышҡан, хаталанған, етерлек иғтибар бүлмәгән саҡтары ла булғандыр. Ул фәрештә түгел бит! К