19 ғинуар — Тормош юлдаштары көнө! Барлыҡ ғаилә парҙарын ошо күркәм байрам менән ҡотлайбыҙ, тиң бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.💐💐
Үҙ - үҙемде маҡтамайым,
Мин фәрештә түгел, беләм,
Әммә ошо холҡом менән
Һиңә ярап йәшәп киләм.
Күп мыжымай, ипләп кенә
Кисерәм бар ғәйебеңде,
Өҫтөң таҙа, ашың тәмле,
Ҡалғаны үҙ мәйелеңдә.
Халыҡ алдында даныңды
Сығармайым, үҙем "йотам",
Һорамайым наҙ, йылы һүҙ —
Ғүмер буйы сабыр көтәм.
Сағыштырып әллә кемгә,
Уйлайһыңдыр — бына бәхет!
Һин әлегә аңламайһың —
Ошо көнөң — үҙе тәхет!
Ҡәҙерен бел бергә саҡтың,
Был бәхет бит мәңге түгел,
Ҡырыҫ-мырыҫ ҡарашыңдан
Кителмәһен минең күңел.
Мин — ҡулдағы сәпсек кенә,
Торна булам, ҡулға алһаң!
Е