Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе кешелектең иң матур байрамдарының береһе – Халыҡ – ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым.
Элек-электән ир-ат ил именлеген һаҡлаһа, ҡатын-ҡыҙ йорт, ғаилә усағының тереклеген һаҡлаған. Шуға ла беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп кенә осраҡта ил-йортта ирҙәр урынында ла хеҙмәт иткән, донъя көткән, бала баҡҡан. Ошо сифат бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа ла һаҡлана. Улар донъя ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, уны матурларға ынтылып йәшәй. Әлбиттә, заман һынауҙары еңел түгел. Бөгөн ҡатын-ҡыҙға һынауҙар икеләтә төшә тиһәк тә хата булмаҫ. Өйөндә лә, йәмғиәттә лә “изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә” булып ҡалған өләсәйҙәр, инәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр һоҡландыра. Улар үҫеп ки