🤲🏻Өйләнмәгән уҡыһа — өйләнер, ҡурҡҡан кеше ҡурҡыуынан ҡотолор, ауырыу — шифа табыр
– Үлгәс, миңә «Йәсин» уҡырһың әле, – ти миңә бер өлкән апай. Баҡһаң, ул да, башҡалар кеүек, был сүрә мәрхүмдәр өсөн генә уҡыла, тип уйлай икән. – Уны үҙеңдең һаулығың өсөн көн һайын уҡыһаң да була, уның һәр аяты ла файҙалы, – тигәс, таныш апай аптырап китте.
— Кемдер һәр иртә һайын «Йәсин» сүрәһен уҡып, ундағы һәр «мөбин» һүҙенә туҡтап, 102 шәр мәртәбә «Йә Мүбин» тип әйтһә (7 «мөбин» һүҙенә 714 мәртәбә «Йә Мүбин» исеме әйтелер), уҡыусы кешенең күҙҙәренә башҡа әҙәм балалары күрмәгән ғәжәйеп нәмәләр күренә башлар.
— Күҙ һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан зарланыусы кеше, ауыртҡан еренә ҡулын ҡуйып, сүрәнең беренсе б