Алыҫтарҙа ҡалған бала саҡта
Бар ине беҙҙең дә Ҡыш бабай,
Ҡыш бабайыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә,
Шатлыҡтар ҙа ине яп-ябай.
Шыршы төптәренә хаттар һалып,
Ымһынманыҡ аҫыл бүләккә,
Беҙгә етә ине ҡупшы шыршы
Янында гөрләшһәк күмәкләп.
Бер ни һораманыҡ, таптырманыҡ-
Атай, әсәй иҫән, ҡайғы юҡ,
Яңы бешкән икмәк, һөтлө сәй бар,
Тәм-том булмаһа ла,тамаҡ туҡ.
Мәңгелек тойолған шул ышыҡтан
Алып китте тормош елдәре,
Кемдәрелер унда иркәләнде,
Ҡағылды, һуғылды кемдәре.
Һаман йәшәй әле йөрәктәрҙә
Бала саҡтың кескәй осҡоно-
Өмөт итеп бары ҡыуаныстар,
Булһаҡ та беҙ яҙмыш тотҡоно.
Тик ишетмәҫ, күпме саҡырһаҡ та,
Килеп етмәҫ беҙгә Ҡыш бабай,
Хәҙер һинең генә балаларың,
Һинең шәфҡәтеңдә беҙ-Хоҙай.
/Фәйрүзә Зиянбердина/