Ярат ауылына 1947 йылда иген үҫтереп, Хеҙмәт
Ҡыҙыл Байраҡ ордены алған 87 йәшлек олатай килеп төштө әле бөгөн. Килеп тороп
дәртле, ихлас, алсаҡ үҙе. Бейеп тә ебәрҙе, ҡалаҡ һуғып та күрһәтте, Балаларға
ныҡ оҡшаны осрашыу. Уҡыусылар Фәтхулла Утарбаевтың Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғиниәт Насыров менән
бергә эшләүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Әпкәшәй аҫтындағы баҫыуҙа арыш үҫтереп мул
уңыш алыуҙары, лобогрейкала эшләүҙәрен һөйләгәндә малайҙарҙың күҙҙәре янып
китте хатта. Олатайҙың миҙалдары менән
дә ҡыҙыҡһындылар, тормош юлын да һораштылар. Фәтхулла Сабир улының сәләмәт
тормош алып барыу тураһындағы кәңәштәре лә фәһемле булды. Рәхмәт, Фәтхулла
олатай!