Мәктәптә тыуған телде уҡытманылар, рус ауылы, рус телендә дәрестәр бирелде, класста гел башҡорттар булһаҡта. Шуға нисек һөйләшәм, шулай яҙам. Ҡайһы бер ҡулланған һүҙҙәребеҙ уйландыра, уларҙың нигеҙен эҙләй башлайым. "Ҡат" тигән һүҙ емеште аңлаталыр, "өсҡат" (волчья ягода), ҡарағат (смородина). Беҙҙең диалектмы, әллә әҙәбисә лә шулаймы, "ҡарағат" тип дөйөм әйтәләр, ҡара емешлеһен - "ҡара ҡарағат" тиҙәр, ағын "аҡ ҡарағат", ә ҡыҙыл емешлене "ҡыҙыл ҡарағат" тип атайҙар. Минеңсә һәм логика буйынса "ҡат", ул дөйөм емеш икән, ҡараһы - "ҡарағат", ҡыҙылы "ҡыҙылғат", ағы - "аҡҡат" булырға тейештер. Ул ваҡытта "золотистый" сортлы ҡатты "алтынғат" тип атарға була. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?