Ҡырҡты ҡыуам. Ҡырҡ тинлек тә
Аҡыл ҡунманы инде,
Кеше кеүек дөрөҫ кенә
Йәшәп булманы инде.
Сабылды ла, янылды ла,
Абынып та кителде,
Тик мүкләнеп ятылманы,
Гөрләп ғүмер ителде!
Ҡырҡты ҡыуам. Инде хәҙер
Үҙгәрә алмам инде.
Кемдәргәлер оҡшар өсөн
Ҡыланып тормам инде...
Минең тормош - минең өлөш.
Минеңсә булһын, әйҙә!
Кәрәк икән бөтөн донъям
Баш түбән торһон, әйҙә!
Булышҡандар - булышһындар,
Йөй эҙләп һәр эштә лә.
Донъя тулы гонаһһыҙҙар -
Бер керһеҙ фәрештәләр.
Күҙәтһендәр, төҙәтһендәр,
Үҙгәртеп "йөҙәтһендәр",
Һелкеп алып һелкеүестән,
Таҙартып елләтһендәр.
Иҫем китмәй һис бер нигә,
Мин үҙем булып ҡалам.
Артымдан һөйләйҙәр икән -
Тимәк, мин алдан барам.
Ти