Эй маҡтансыҡмын инде үҙем))) Саҡ ҡына(үҙемсә) шәп нәмә эшләһәм күрһәтә һалайым, дуҫтарым менән бүлешә һалайым тиеп элеп тә ҡуям яңылыҡтар таҫмаһына. Кемдер - һоҡланып ҡарай, кемдер - көләлер, көнләшкәне лә барҙыр бәлки. Ихлас күңелдән, бер ниндәй эскерһеҙ ҡуям яҙмаларымды. Шулай ҙа, күңелемдәген әйтеп китәйем әле.
Йөрәгем йырлы, нурлы минең. Бәхет усағым дөрләп янып тора. Өс бөртөк кенә ҡошсоғом, ынйы бөртөгөм - уландарым йәшәүгә бөтмәҫ дәрт, яңы һулыш биреп торалар. Арҡаланыр терәгем, йәремдең мөхәббәтен тойоу ҙа күктәргә күтәрер көскә эйә. Аллаға шөкөр!
Бәхетемдең хаҡын беләм, аңлайым. Һәр кем үҙенең бәхет тәхетенә үрләгәндә үткән һынауҙар аша үттем. Тайғаным да, йығылғаным да булд