Фильтр
Стали родителями для шестерых внуков
После трагической гибели сына Руслана на СВО супруги Хабибуллины из деревни Кинзябулатово Ишимбайского райлна приняли в свой дом шестерых внуков: 13-летних Аделину и Айгузель, 7-летнюю Алтынай, 5-летнюю Асель, 2-летнего Арсена и годовалую Арину.
Бебитгул и Вали сразу решили сразу, что дети должны остаться вместе, рядом с родными людьми.
Конечно, с появлением детей хлопот стало больше, но, как говорят супруги, дом наполнился энергией, смехом. Главное для них — видеть, что детям хорошо, что они рядом друг с другом и чувствуют себя в безопасности.
Поддержим семью и пожелаем им счастья. ❤
Стела төнөн дә янып тора
Магнитогорск ҡалаһы сиген үтеп, Әбйәлил районына килеп ингән урында Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сиген билдәләгән стела уҙған йыл аҙағында тантаналы асылғайны.
Ошо көндәрҙә стела яҡтыртылды, йәғни хәҙер төндә үткәндә лә стела яҡтырып, әллә ҡайҙан күренеп тора, тип яҙа "Осҡон" гәзите.
Яугир менән осрашыу
Баймаҡ районы Муллаҡай ауыл китапханаһында "Ҡаһармандар беҙҙең арала" проекты сиктәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн "Найк" позывнойлы яугир менән осрашыу үткән. Ул махсус хәрби операция биләмәһенән ваҡытлыса ялға ҡайтҡан.
"Түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү йәнле барҙы. Уҡыусылар яугирға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, - ти ойоштороусылар.
Сара аҙағында уҡыусылар "Найк"ка үҙҙәре яҙған хаттарҙы биргән. Был хаттарҙы ул яуҙаштарына тыуған яҡтарынан ялҡынлы сәләм итеп тапшырасағын белдергән. Яугир кәләше Гүзәл менән уҡыусыларға татлы күстәнәстәр ҙә таратҡан.
Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде
Рәсми указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, республика хөкүмәтенә – 16 февралгә, муниципалитет хакимиәттәренә 27 февралгә тиклем Ҙур һәм татыу ғаилә йылы саралары планын төҙөү бурысы йөкмәтелде.
Афарин, Фәрхетдин олатай!
Сибай ҡалаһынан 74 йәшлек Фәрхетдин Зыяитдин улы Моратов оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй. Әле хаҡлы ялда ҡул ҡаушырып ултырмай, яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн бар көсөн һала.
Ул үҙ йорто подвалында дронға ҡаршы юрғандар, маскировкалау селтәрҙәре эшләй башлай. Уға күршеләре ҡушыла. Бергәләшеп 110 маскировка селтәре, 72 дронға ҡаршы япма әҙерләйҙәр.
Подвалға һыу төшкәс, оҫтаханаларын Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына күсерәләр. Бында Фәрхетдин олатай "Ватан" ирекмәндәр төркөмөнә ҡушыла.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров оло йәштәге әүҙем замандашыбыҙҙың хеҙмәтен юғары баһалап рәхмәт белдерҙе һәм Дәүләт Думаһының исемле сәғәтен бүләк ит
Яугир-йырсы Артур Хәсәнов имеш-мимештәргә яуап ҡайтарҙы
"Кейек ҡаҙ юлдары" йыры менән интернет йондоҙона әйләнгән яҡташыбыҙ, йырсы Артур Хәсәнов үҙенең СВО-ла һәләк булыуы хаҡындағы имеш-мимештәргә яуап ҡайтарҙы. Артур алғы һыҙыҡта ҡар бабай янында төшкән фотоһүрәте менән уртаҡлашты.
«Мин имен-һау, зинһар, имеш-мимештәргә ышанмағыҙ», — тип яҙҙы ул.
Бөгөн «Хәсән» ҡушаматлы яугир алғы һыҙыҡта Ватан алдында хәрби бурыс үтәй. Ул ижадҡа ла ваҡыт табырға өлгөрә, бер нисә йыр сығарҙы, отпускыһы мәлендә концерттарҙа, фестивалдәрҙә сығыш яһай.
  • Класс
Программа передач на 22 января на телеканале "Салям"
Показать ещё