Республика йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын биреү буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда 2023, 2024 йылдарҙа донъя күргән эштәр баһаланды.
Быйылғы еңеүселәр:
▫️Дамир Тайыпов– “Юғары һөнәри ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн”;
▫️Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина – Кемел Тоҡаевтың “Серле эҙ” китабына художестволы тәржемә һәм заман милли прозаһы үҫешенә индергән өлөш өсөн”;
▫️Хәбир Аралбаев – “Башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә солист булараҡ хеҙмәте һәм башҡорт хореография сәнғәтен Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ үҫтергәне өсөн”.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арнап уҙғарыла.
Фотоһүрәт: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев