- Йөрәгем, туҡта инде, китмәй тор, әйҙә аңлашайыҡ, бәғерем! Бәләкәй генә саҡтан күҙ алдымда үҫкән етен сәстең шундай һылыу ҡыҙға әүерелгәнен үткән йәй генә күрҙем дә, башымды юғалттым. Тәүҙә үк теләгем көслө булһа ла теймәнем, йәлләгәйнем. Тик мөхәббәткә һәм тәбиғәткә ҡаршы тороп булмай икән, үҙемдеке иттем. Бер яҡтан ҡыуанһам, икенсе яҡтан һине ҡара ҡайғыларға һалырымды аңлап нимә эшләргә лә белмәнем. Ғәфү ит, минең Гүзәлем. Нәфисә менән сыуалып, эргәмдәге бәхетемде күрмәгәнмен! Ә теләйһеңме мин һиңә өйләнәм, иртәгә үк атай һәм әсәй менән һоратырға киләм?! Тик улымды ташламаясаҡмын, ярҙам итермен. Гүзәлем, әйҙә бергә булайыҡ, мин беләм бит, һин дә мине яратаһың, - тип алдыма теҙләнде.
http