Фильтр
Алдарымда яҡты киләсәгем,
Тоям, миңә унда урын бар.
Башҡараһы күпме эштәрем бар,
Йырланмаған яңы йырым бар.

Киләсәккә ниәттәрем изге-
Үтәй алһам ине барыһын.
Теләктәрем тормошҡа ашҡанда
Тик уңышҡа ғына тарыһын.

Тәбиғәттең сихри миҙгелдәре
Ҡат- ҡат алмашынып торһондар.
Киләсәгем оҙон булһын өсөн
Бармы икән доға- ырымдар?

Вәзилә Хәкимова.
Осраштырҙың беҙҙе ниңә , яҙмыш ,
Айыраһын белгәс алдан уҡ ?
Яраламай ғына сығамы ни
Ике йәнде тоташтырған уҡ ?!

Оҙаҡ ҡанар әле ике йөрәк,
Төҙәлһә лә ҡалыр эҙҙәре .
Ҡарап торор күктән мөхәббәттең
Үпкә менән тулы күҙҙәре.

«Айырылыуҙар беҙҙән тормай », — тиеп
Төйһәк тә беҙ ярһып күкрәкте.
Ышандыра алмайбыҙ шул быға
Яранан ҡан тамған йөрәкте .

Фәнис Яруллин
Һағыштарым , ялғыштарым менән
Ғүмер һуҡмағынан атлайым.
Хәтирәләр – күңел ынйыларым
Алтын хазиналай һаҡлайым.

Биләй бөгөн күңел сөңгөлдәрен
Был миҙгелгә генә хас һағыш, 
Ауаз һала кеүек тәбиғәтем,
"Танһыҡ ҡына миҙгел – бер һулыш".

Һалҡын елдәр иҫкәс, көҙҙәр еткәс,
Ҡойолалар һуңғы япраҡтар.
Ҡыҙғылт һары япраҡ һуҡмаҡтарын,
Ҡаплар инде, ҡаплар аҡ ҡарҙар.

Әсе елдәр, ыжғыр бурандары
Күмдерһә лә беҙҙең юлдарҙы,
Һүндермәһен өмөт сатҡыларын,
Кәметмәһен йәшәр йылдарҙы.

Ел осорған япраҡтарға ҡарап
Һағыш биләй күңел сөңгөлөн.
Көҙҙәр етеү, ғүмер бөтөү түгел,
Көҙгө нағыш биҙәй күк йөҙөн.
Баймырҙина Римма
Хәйерле иртә, дуҫтар! Ағым һыу кеүек кенә уҙып барған ғүмеренең өр-яңы көнө тыуа, мәғәнәле итәйек уны, матур ғәмәлдәр менән биҙәйек , беҙҙең янда башҡаларға ла һәр ваҡыт яҡты һәм рәхәт булһын
Онотманығыҙмы бала саҡтың,
Шаулап торған ауыл урамын.
Күрше -күләм хәл белешер өсөн,
Бер - береһенә инеп сыҡҡанын.

Һуғым һуйһаҡ билмән эшләр инек,
Ултырышып бергә теҙелеп.
Ә кискеһен ҡунаҡтар саҡырып,
Ашар инек бик тәмле итеп.

Хәҙер инде ҡапҡалар ябылды,
Бергә хәҙер сәйҙә эсмәйбеҙ.
Магазиндан алған билмәндәрҙе,
Тик үҙебеҙ генә сәйнәйбеҙ.

Туғандарҙан туған йырағайҙы,
Матур йәшәп китһәң көнләйҙәр.
Хәйерсегә ҡалып йәшәгәнгә,
Бер тинендә хатта бирмәйҙәр.

Туғандарҙы туған итеү кәрәк,
Ярлымы ул,баймы,парһыҙмы.
Туғандарын ташламағандарға,
Аллаһ бирер оло ярҙамын.

Онотманығыҙмы бала саҡта,
Туғандарҙы көтөп алғанды.
Атай яҡлап булған һәр туғанды,
Хөрмәт итеп әсәй саҡырҙы.

Әсәй яҡлап булды к
Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ
Һәр бер ишеткән һүҙҙе.
Бирешмәгеҙ ауырлыҡҡа,
Йомоғоҙ, бер аҙ күҙҙе.

Моңһоу насар уйҙарҙы ла
Йөрәктәргә индермәгеҙ.
Ҡолаҡ ишеткән ғәйбәтте,
Зинһар, һөйләп йөрөмәгеҙ.

Йөрәк түрендә һәр ваҡыт
Булһын аҡлыҡ, таҙалыҡ.
Ә күңелдә гел йәшәһен,
Мәңгелек бәхет, шатлыҡ.

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ
Тормоштоң һынауҙарын.
Төҙәтергә бик ауыр ул,
Йөрәктең яраларын.

Зөфәр Бохаров.
Яҡты эҙем ҡалһын ине

Ғүмер үтә ағым һыуҙай, тиҙәр,
Аҡҡан һыуҙан ҡалмай бит эҙҙәр.
Күпме хәтирәләр ҡалмаҫ ине,
Һыуҙай аҡһа, беҙҙең ғүмерҙәр.

Һәр бер яҙмыш үҙе бер тарих бит,
Кешелектәге ҡыҫҡа арауыҡ.
Күптәр Ерҙә яҡты эҙ ҡалдырған,
Бәхетебеҙҙән, уның ҡарауы.

Кемдер уҙған борма- борма юлдан,
Бик һирәктәр барған туп- тура.
Берәүҙәрҙе Йыһан ымһындырһа,
Кемгә булған яҡын йорт- ҡура.

Барыһына бер Ҡояш тиһәк тә,
Ҡитғаларҙы йылыта төрлөсә.
Уртаҡ исемебеҙ Кеше лә бит,
Һәр беребеҙ йәшәй үҙенсә.

Бар кеше лә, үҙ сәғәте һуҡҡас,
Мәңгелеккә табан юл ала.
Яҡты эҙ ҡалһын ине минән дә
Беҙҙән ҡала торған Донъяла.

Вәзилә Хәкимова
Өлгөрмәнем...

Әллә нисек үтте быйылғы йәй,
Өлгөрмәнем кеүек кинәнеп.
Йәмле йәйем инде туҡтап тормаҫ,
Һораһам да хәҙер инәлеп.
Һуңғы көндәр һанай йәй миҙгеле,
Көн ҡыҫҡара, көҙгә тартыла.
Ҡояшта бит, ана, йәһәт кенә
Ҡасып китә тауҙар артына.
Иртәләрен томан, һалҡын ысыҡ
Елдәре лә еләҫ түгелдәр.
Көҙ һалҡыны һеңгән елдәр иҫһә,
Өшөп киткән кеүек күңелдәр.
Йәйҙең йәме булған сәскәләр ҙә,
Туғайҙарҙа хәҙер ҡалманы.
Ҡырҙарымда күпме йөрөһәм дә,
Танһыҡтарым минең ҡанманы.
Әллә нисек үтте быйылғы йәй,
Әллә миңә шулай тойола,
Көҙ сәләме булып ағастарҙан,
Берәм - берәм япраҡ ҡойола...
М. Мәғәсүмов.
Показать ещё