Боҙом бар ул. Юҡ, тимәгеҙ...
“Сәләм, Гөлдәриә туғаным. Оҙаҡ уйланып йөрөнөм дә, һиңә үҙем менән булған бер хәлде бәйән итергә булдым әле. Һеҙҙең яҙмаларҙы уҡып, күптәр һабаҡ, ғибрәт алаларҙыр, тип уйлайым. Иң мөһиме, аяныслы яҙмыштарҙы күреп, кешеләр нахаҡ һүҙҙән, нахаҡ ҡылыҡтан тыйылһын ине. Сөнки тап ошо кире ғәмәлдәр кеше араһын бутай, тормоштарҙы боҙа. Аллаға шөкөр, беҙҙең ғаиләне бәләләр урап үтте. Быға ваҡытында дингә мөрәжәғәт итеүем, яманлыҡ теләгән кеше менән араны өҙөүем ярҙам итте. Әгәр биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалмаһам, был көндө бәлки иҫән дә булмаҫ инем, кем белә?.."