Предыдущая публикация
Олатайҙың ете балаһынан
Таралғанбыҙ ике туғандар,
Ике туғанлыҡ ул бик яҡындыр
Белә уны үҙе тойғандар.
Олпат ағай-апай эргәһенән
Урын алған һеңле-кейәүҙәр,
Энекәштәремә һыйынып ҡына
Йылмаялар шаян килендәр.
Йөҙҙәрегеҙ ҡояш кеүек яҡты,
Һүҙҙәрегеҙ татлы балдарҙан,
Туғанлыҡтың йылы нурҙарында
Ҡойонайыҡ ерҙә артабан! Фаузия Кутлугильдина - Алтынбаева

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев