Без үҫкэндэ бигерәк ауыр ине ,
Ауыл яҡтарына кайтыуы.
Усолкаға билет алыр өсөн,
Сираттарҙа баҫып тороуы.
Ғафуриға барып төшөү менән
тағы сиратҡа беҙ баҫабыҙ,
"Сәитбаба автобусына"- тип,
Тирләп-бешеп билет алабыҙ.
Билет бөтһә,
Атобустар алмай ,
Китеп барһа беҙҙе ҡалдырып...
Яйын табып Табын остарына ,
Барып етә инек ашығып.
Тора инек йәше-ҡарты шунда,
Мотоциклға ла ҡул һуҙып.
Кемдер йәйәү китә ине атлап,
Кемдер торҙо кис ауғансы түҙеп.
Папуткалар алһа ҡыуаныстан ,
Югереп менер инек башына.
Ҡайтып төшә инек саңланышып ,
Буялышып юлдың туҙанына.
Поездан беҙ тошһәк,парум аша,
Сыға инек яҙғы ташҡында.
Атай атын егеп ҡаршы килде,
Юл булмаһа ҡышҡы буранда.
Үткән ғүмер аҡҡан һ