Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.
Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта ғүмер кисерергә насип итһен!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!