
Левая колонка
Фильтр
Рамаҙанды оҙатһаҡ та туғандар менән осрашыуҙар дауам итә әле, әлхәмдүлилләһ 🤲🤲Ирина туғаным туғандарҙы йыйып ҡөрьән мәжлесе үткәрҙе, Донъялар тыныс булып, һуғыштар бөтөп, шулай туғанлыҡ ептәрен өҙмәйенсә, балалар менән бергәләп ҡыуаныслы мәжлестәрҙә генә осрашып , татыулыҡта, тыныслыҡта, берҙәмлектә йәшәһәк ине Аллаһы бирһә, Ҡорған донъяңдың мәнфәғәтен , балаларыңдың изгелеген куреп, туғандарыңдың йылыһын тойоп иҫәнлек, һаулыҡ, сәләмәтлек менән бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын туғанҡайым, Уҡытҡан аяттарың ҡабул булып сауабҡа яҙһын 🤲🤲🤲
Бер йыл буйына көтөп алған ҡәҙерле Рамаҙаныбыҙ менән хушлашыу минуттары ла килеп етте, Шулай уҡ бер ай буйы Рамаҙаныбыҙҙа тығыҙ бәйләнештә булып, Аллаһтың һәр биргән көнөндә ифтарҙарҙы бергә үткәреп йөрөгән төркөмдәштәр менән дә айырылып торорға ваҡыт етте, Бөгөн Ураҙа Ғәйетен ике йортта, Мәҙинә менән Мөҙәристәрҙә, шулай уҡ Шакирова Рәмилә апайҙа үткәреп ебәрҙек, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн тип тотҡан ураҙаларыбыҙ, уҡыған аяттарыбыҙ, юллаған доғаларыбыҙ, изге теләктәребеҙ ҡабул булып сауабҡа яҙһын Аллаһы бирһә🤲🤲Барыбыҙҙың да уртаҡ теләгебеҙ ҡабул булып, һуғыштар бөтөп, барлыҡ яугирҙәребеҙ үҙ аңдарында, үҙ аяҡтарында үҙҙәренең көткән кешеләренә әйләнеп ҡайтырға насип булһын, Яу яланында
Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән, Барың да иҫән- һау, сәләмәт булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың, туғандарыңдың һине яратып, хөрмәт итеп, күңел йылыларын өләшеп һине онотмай , ташламай килеп йөрөүенән,Аллаһтың оло рәхмәте яуһын барығыҙға ла һөйөүегеҙ, ихтирамығыҙ,иғтибарығыҙ өсөн, Раббым үҙегеҙҙе ҙурлаһын, 🤲🤲🤲Балаларығыҙҙы иҫән- һау үҫтереп, үҙегеҙ шулай изгелектәрен күреп ултырырға яҙһын Аллаһы бирһә🤲🤲🤲🤲Яратам бөтәгеҙҙе лә, һау булайыҡ, сәләмәт булайыҡ🤲🤲🤲👍💪❤️💋🌹
Ураҙабыҙҙы икенсе ун көнө, ғәфү үтенеү һәм ғәфү итеү көндәре башланып китте, әлхәмдүлилләһ, Ураҙаның һәр көнө, һәр минуты сауаблы,Ифтар мәжлесе үткәреп , көн буйына ураҙа тотҡондарҙы саҡырып ашатыу, изге ниәттәр менән ҡөрьәндәр уҡытыу, әруахтарҙың рухына доғалар оҙатыу икеләтә сауаблы, Бөгөн ифтар мәжлесен үҙҙәренең, балаларының, яҡындарының , туғандарының иҫәнлегенә, донъяларының именлегенә, илебеҙҙең тыныслығына, әруахтарҙың рухына тип бағышлап , Гөлзирә менән Айбулат үткәрҙе, Рәхмәт балаҡайҙарым, аятығыҙ ҡабул булһын, барлыҡ изге уй- ниәттәрегеҙ бойомға ашһын, Парлы , барлы, көрлө булып, бәхетле ҡартлыҡҡа етеп, иҫәнлек- һаулыҡта, шатлыҡ- ҡыуаныста бәрәкәтле ғүмерҙәр насип булһын, иншалла
Оксана ҡыҙым инде нисә йыл йәнәш ураҙа тотоп, ифтар мәжлестәре үткәрә, Йәштәрҙең Аллаһҡа яҡынайып, аяттар уҡытып, иман юлына баҫыуҙары беҙҙең өсөн ҡыуаныс әлбиттә, Афарин ҡыҙым, уҡытҡан аяттарың ҡабул булһын, әруахтар риза булып ятһын, үҙегеҙ иҫән- һау, сәләмәт булып, Ринат кейәү менән парлы , барлы, көрлө булып, балаларығыҙҙы матур итеп үҫтереп, шатлыҡ- ҡыуаныслы, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын Аллаһы бирһә🤲🤲🤲
На этом пока всё
Войдите в ОК, чтобы посмотреть всю ленту
141
- Зульфия Сафина (Янгирова)г. Нефтеюганск
- Урия Шатрова(Сиражетдинова)г. Усинск (Коми Республика)
3
- Газета "Звезда"4756 подписчиков
- Йоностар берләшегеҙ !!!525 подписчиков
- Салаватский район4421 подписчик

