ОНОТМА, БАЛАМ!..
Был шиғырҙың авторы Силәбе башҡорто Рамаҙан Шаһәлиев
Балам, бында ярлы ла юҡ, бай ҙа юҡ,
Ҡояш та юҡ, яңы тыуған ай ҙа юҡ.
Минен өсөн илама, уттар йотма,
Тик хәйер бирергә генә онотма!
Балам, бынан бер кемдең юҡ ҡайтҡаны,
Ҡайтыр юлдар һис тә эҙләп тапманым.
Мине көтөп аш-hыуыңды hыуытма,
Тик хәйер бирергә генә онотма!
Балам, бында ҡағыҙ ҙа юҡ, ҡәләм дә -
Яҙа алмайым hиңә хат та, сәләм дә.
Шулай булғас, hин миңә үпкә тотма,
Тик хәйер бирергә генә онотма!
Хәйер бирhәң, киңәйер тар ҡәберем,
Ҡәберҙә артыр минең дә ҡәҙерем.
Фәрештәләр килеп белер хәлемде,
Улар уттан, hыуҙан hаҡлар тәнемде.
Хәйер бирhәң, емерелмәҫ ләхетем,
Шунан ҙуры бармы икән бәхеттең!