Ҡәҙерле кешемдең яҡты донъялар менән хушлашып, мәңгелек йортона китеүенә 40 көн дә булып китте. Ваҡыт - аҡҡан һыу кеүек, көн артынан көн тыуа, төн артынан төн етә, тик күңел яраһы йүнәлмәй, көндән - көн нығыраҡ һулҡылдап һыҙлай ғына бара...
Ағайым үтә лә яуаплы, бар эшен еренә еткереп башҡарған, таҙа, бөхтә, етди кеше булды.
Ҡайҙа ғына уҡымаһын, йөрөмәһен, ул кеше тигән бөйөк исемгә бер ваҡытта ла тап төшөрмәне.
Үҙ иленең, тыуып үҫкән еренең ысын патриоты булды. Шылтыратҡан һайын беҙҙең генә түгел, ә ауыл, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып йәшәне, һәр ваҡыт сәләмдәрен еткереп торҙо.
Миңә генә түгел, ә күптәргә өлгө, үҙенең сәләмәт тормош алып барыуы, спорт менән шөғөлләнеүе менән дә миҫал ин