Рысай ауылында йәшәүсе, гәзитебеҙгә даими ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙыусы Марат Сәғитовтың тиҙәйткестәрен тиҙ генә итеп әйтеп ҡарағыҙ әле😊 Килеп сығырмы-юҡмы? Балаларға ла өйрәтегеҙ, файҙаһынан башҡа, зыяны булмаҫ)))
"Б" хәрефенә
Быймасы Билал бабай быйма баҫырға булғас, белдергән: "Былтыр биргәнде быйыл баҫам, быйыл биргәнде, бәй, белмәйем. Былтырғыһын быйыл баҫмаһам, быйыл быйма баҫтырырға биреүсе булмаҫ бит".
***
Беҙҙең Барал быуаһының берҙән-бер биҙәге - бәләкәй бәпкәләрҙә. Бәпкәләрҙең бәләкәй баштары бәләкәй бәләнән дә башҡа булһын.
"Ҡ" хәрефенә
Ҡәҙерле ҡунаҡты ҡаршыларға ҡоймаҡ ҡойорға ҡамыр ҡуям. Ҡәҙерле ҡунаҡҡа ҡабатлармын: "Ҡунаҡ ҡоймаҡты ҡаймаҡлап, ҡаҡлап ҡына ҡабып ҡуй".
****
Ҡанаттар