Предыдущая публикация
Ҡабаланып, ашыҡһаҡта
Ҡалдылар яңы йылдар
Кибеттәрҙә тынып ҡалды
Ял итә аяҡ ҡулдар.
Һәр бер өйҙә яңы йылдың
Урыннашҡан ғына сағы
Тышта ҡар, буран һепертә
Юлдарҙы япма тағы
Элеккесә шау гөр килмәй
Ҡаршы алдыҡ бик тыныс
Яңы йылда, йыл буйына
Килмәһен тип ҡурҡыныс
Яйлап ҡына һәүетемсә
Үтһен ғүмер йылдары
Ҡабаланып барыр ер юҡ
Һаулыҡ булһын ни, бары
Яңы йыл, яңы тәртибен
Ҡуяр бәлки бик тиҙҙән
Булмаҫты өмөт итмәйек
Сәсмәһәк, уңыш көҙҙән.
Һине көттөк, өмөт иттек
Килдең яңы йыл!
Ауыр йылдан алмай миҫал,
Бул бер матур йыр!
Замира Бикбулатова

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 12