Алыҫтарҙа ҡалған бала сағым,
Күҙ алдынан үтте теҙелеп.
Уйынсыҡһыҙ үтте ул бала саҡ,
Ләкин һағындыра өҙөлөп.
Һәр бер өйҙә ишле бала ине,
Ҡусты,һеңле- тере ҡурсаҡтар,
Ниндәй генә уйын уйнаманыҡ,
Урамдарҙа үтте ул саҡтар.
Ҡыш санан төшмәй,тауҙан шыуҙыҡ,
Боҙланышып ҡатҡан быйманы,
Өйгә ҡайткас,саҡ-саҡ сисә инек.
Тик уйнауҙан,бер кем тыйманы.
Йәй бигерәк иркенлеккә сыҡтыҡ,
Уйындарҙа хәтәр күп ине,
Балыҡ кеүек,һыуҙа йөҙә-йөҙә,
Аяҡ,ҡулдар,ирен күк ине.
Ҡунаҡ саҡырыштыҡ ҡыҙҙар менән,
Икмәк бешерҙек тә балсыҡтан.
Сәйҙәр эстек,матур сынаяҡтан,
Тиҙәклектә йыйған ярсыктан.
Йәшел сиҙәмдәрҙә,көндәр буйы,
Төрлө-төрлө уйын уйнаныҡ,
Йылдар-йылдар,бик тиҙ үттеләр,
Һис кенә лә уйнап туйманыҡ!