СГПИ. ПО-78. Общ.№3,комн.44
(ысын булған хәл)
Әҙерлектәр курсы - 78...
Тирә яҡтан килеп йыйылдыҡ!
Йәмил,Вәкил,Рәдис,мин һәм Шәфҡәт
Бер бүлмәгә килеп тығылдыҡ.
Дөйөм ятаҡ - инкубатормы ни!
Гөжләп тора,шаулап,туҡылдап!
Комендантша инә тауыҡ кеүек
Ояһында ултыра ҡытҡылдап.
Иртән тороп сәйҙе эсәбеҙ ҙә,
Югерәбеҙ һабаҡ алырға,
Наҙанлыҡтан ҡасып,ғалим булып,
Коммунизм төҙөп ҡарарға!
Ә кистәрен Йәмил шиғыр ятлай,
Шәфҡәт ҡуша һанды һандарға,
Тик мин ятам - Мин былай ҙа беләм,
Ниңә кәрәк миңә уҡырға!
Рәдис боттан һөйрәп торғоҙҙо ла,
Физиканы ҡулға тотторҙо.
Шул саҡ Вәкил -"Пипец всему" тиеп,
"Шауламағыҙ" тиеп ҡысҡырҙы.
"Япбашмаки"- тиеп һүгенде лә
Шәфҡәт күсте иҫәп-хисапҡа,
Йыуаш Йәмил күҙлек