Матурҙарға-матурмын мин,
Ямаҡтарға- ямаҡмын.
Ҡай берҙәре сәйнәй мине,
Ундайҙарға тамаҡмын.
Һөйләһендәр әйҙә, тимәк,
Онотмағандар әле.
Сәйнәй-сәйнәй һөйәгемде,
Он итмәгәндәр әле.
Кемдер ярата тоҙлоно,
Кемдер баллы шәрбәтте.
Тормош мәғәнәһе итә,
Ҡай берәүҙәр ғәйбәтте.
Һөйләһендәр, бер генә лә,
Иҫем китеп бармайым.
Уларға ла шөғөл кәрәк,
Шуны яҡшы аңлайым.
Демократия бит хәҙер,
Шуға тыя алмайым.
Гулия Азаматова-Мукминова