СЕҮ, АШЫҠМА
Сеү, ашыҡма, зинһар, бул һин тыныс,
Ғәйепләмә, туҡта, үтенәм.
Кеше шатлыҡтары өсөн кинән,
Ҡайғыһына бел һин үкенә.
Сеү, ашыҡма, зинһар, бул һин тыныс,
Битәрләмә ҡыҙыу башыңдан.
Кеше йәне бәлки һүнеп бара,
Һуҙ һин ҡулың, сыҡсы ҡаршына.
Сеү, ашыҡма, зинһар, бул һин тыныс,
Үткерерәк һүҙҙәр хәнйәрҙән...
Йөрәктәрҙә асыу тотмай ғына
Булайыҡ беҙ өҫтөн үс-керҙән…
Сеү, ашыҡма, зинһар, хөкөм итмә,
Ниҙәр булмай ғүмер юлыңда,
Ғәйбәттәрҙән өҫтөн булайыҡ беҙ,
Барыбыҙ ҙа Хоҙай ҡулында