Изге ниәт. Изге Рамаҙан айында Көсөк-Маяҡ ауылында, матур башланғыста ҡатнашырға тура килде. Ауыл уртаһында ағайым Гарипов Рәсүл Аллабирҙе улының тыуған йорто тора .Үҙенә яңы өй һалғандан һуң, атай йорто етемһерәп ҡалған ине. Ағайым, еңгәм Гөлсирә менән , зат-зәүерҙе , күрше -тирәне йыйып, кәңәш ҡорҙолар. Өйҙө ауылдың мәсетенә әүерелдерергә тигән ҡарарға килдек. Өмә ойоштороп, ҡаралтыларҙы һүтеп, өй эсен тәртипкә килтерҙек. Әлбиттә, әле йортто нурландырыр, йыһазландырыр өсөн бик күп көс һәм сығымдар кәрәк буласаҡ. ,,Ил төкөрһә - күл була ,, - ти халыҡ мәҡәле. Әйҙәгеҙ әле, дин ҡәрҙәштәрем, яҡташтар, ауылдаштар, был яҡшы эште хуплап, хәлебеҙсә ярҙам итәйек. Ҡул көсөмө, матди ярҙаммы, барыһы ла