Ауылда тракторист, шофер һөнәре ир- егеттәр өсөн иң дәрәжәле һаналған. Йәйге эҫелә лә, ҡышҡы һыуыҡтарҙа, төрлө ҡаршылыҡтарҙа, һынауҙарға юғалып ҡалмаған был һөнәр эйәләренә, оло быуын вәкилдәренә ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Ейәнсура районы Үтәғол ауылында ғаиләләре менән тракторист һөнәрен үҙ иткән Иҙелбәковтарҙы һәм Дәүләтбаковтарҙы әйтеп үтергә мөмкин. Колхоздар гөрләп торғанда, "Салауат " колхозының был ике нәҫел трактористарын районда бик яҡшы белделәр. Үҙҙәренә тәғәйен эште еренә еткереп башҡарған, маҡтауҙар өмөт итмәгән шәхестәр.
Иҙелбәковтар тураһында һүҙҙе әҙ генә артҡа китеп, еңелсә булһа ла, ҙур ғаилә башлығы булараҡ , Мозафар Иҙелбәковтан башларға кәрәктер. Олатай 1909 йылда Иҙелбәк ауылында тыуа. Йәтим үҫә, ауыр яҙмышлы, белем алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Чүркә яғып йөрөгән колесный тракторҙа тирә-яҡ ауылдарҙың баҫыу эштәрен башҡара. Иҙелбәктә совхоз ойошторолғас , совхозда ҡалмайым тип, 3 балаһы менән Үтәғолға килеп төпләнә. Ҡатыны Ғәйшә инәй менән 9 ир, 1 ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр. Ләкин, бәләкәй саҡта Әнәс, Салауат исемле улдары тормай, үлә, уларҙан һуң тыуған Рафаҡ исемле улдарын тәҙрәнән һатып алалар( шундай ырым йәшәне). Унан һуң Рауил тыуа. Улдары йәшәп киткәс, Мозафар олатай, беҙгә "Р" хәрефе килешә, тип балаларына Радик, Рәшит, Расиҡ, Рәшиҙә, Рәйес, Рафаэль тип исем атата. ( Шәхсән үҙем, бәләкәй саҡта, Мозафар олатайҙың район гәзитенә, трактор һүҙендә иң яңғыраған хәреф "Р" , шуға балаларыма исемде "Р"- ға ҡуштым, тип интервью биргәнен уҡыным.) Трудовойында 1937 йылда "Салауат " колхозына тракторист итеп эшкә алынған яҙыу тора. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бронь менән колхозда ҡалдыралар. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә. Бер аҙырағы һаҡланып та ҡалған. Балалар тракторға ҡыуанып , ярҙамлашып буй еткерә тора, үҙҙәре лә тракторға ултыра тора. Береһе лә наҙланып тормай. Балалар үҫкән ерҙә бәләләр ҙә сығып ҡуя. Ауыл халҡы Ҡаҫмарт буйында кирбес һуға торғайны. Әсәйҙәре Ғәйшә инәй ҙә кирбес һуға бара. Рәшит менән Расиҡ улына ,Һылыуығыҙҙы ҡарағыҙ, ти ҙә эшкә тотона. Ә Рәшиҙә, бер бөртөк ҡыҙ бала, шул арала һыуға ҡолап ағып китә. Рәшит йүгереп барып тотоп күтәреп ҡарай ҙа, эй үлгән, тип кире йылғаға ырғыта. Әсә йөрәге һиҙгәндер, йүгереп килеп, улдары, ағып китте, тип төртөп күрһәткән яҡта бата - сума ағып барған ҡыҙыл күлдәкле ҡыҙын шәйләй. Тәүге ярҙам күрһәтеп, саҡ алып ҡала 3 йәшлек ҡыҙын. Тик аяуһыҙ яҙмыш 50 йәшендә генә операциянан һуң мандый алмаған Ғәйшә апайҙы алып китә. Әле ныҡлап аяҡҡа баҫмаған егеттәр, Бәләкәй балаларҙы үҫтерәһе бар. Ғаилә башлығы Иҙәш ауылынан Ғәйникамал инәйҙе алып ҡайта. Ҡаты ҡуллы, уҫал бабай, һандығын бикләп тота, тиһәләр ҙә ишле ғаиләгә килергә риза була оло йөрәкле ҡатын. Сөнки яңғыҙ ҡатынға үҙ балаларына ла ярҙам итергә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Нахаҡ һүҙҙәрҙе күтәреүе лә еңел түгел. Киң күңелле, эшкә шәп Ғәйникамал инәй менән данлыҡлы тракторист Мозафар олатай балаларын аяҡҡа баҫтырып, туйлап башлы- күҙле итеп , ейәндәрен һөйөп, 74 йәштә донъя ҡуя. 7 улының береһе лә ауылын ташлап китмәй. Ҡайһылары олоғая килә тракторҙан малға, төҙөлөшкә күсеп пенсияға сыға. Нисә ейәне, бүлә- бүләсәре барлығын, бәлки балаларының береһе комментарийҙа яҙыр.Минең ҡулдан килмәй иллә. Әлеге көндә Расиҡ ағай, Рафаэль ағай Үтәғолда, ә Рәшиҙә апай иһә, тыуған ауылының золотая гораһын ( тауҙарҙа ҡылған сәскә атһа алтын төҫө инә икән) иҫләп - һағынып Әбүләис ауылында йәшәй. Шиғырҙар яҙа. Сәхнәләрҙә йырлап, спектаклдәрҙә уйнап йөрөй. Тормош иптәше менән 5 малай,3 ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Йор һүҙле. Йәш сағында Үтәғолға ҡайтҡанында, урамда уҡытыусыһы Абдрахманова Мөнирә апай( башланғыс кластар уҡытыусыһы) осрап. нисә балаң бар, Рәшиҙә?,- тип һорай ҡуя. - Уй Мөнирә апай, футбол командаһына сәк кенә тулмай әле, ти икән. Мөнирә апай ҡайтып, мәктәптә директор булып эшләгән Рауил ағайҙан , футбол командаһында нисә кеше, тип аптырай икән. Рәшиҙә апайға һаулыҡ менән балаларының ҡыуаныстарын күреп, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын.Әмиин!
Иҙелбәков Расиҡ Мозафар улы 1949 йылда ғаиләлә 5-се бала булып донъяға килә. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үтә. Атайҙары йүнсел, бура тулы иген, картуф тип әйтеү генә етәме икән. Берәүгә лә еңел булмай, бигерәк тә шаян ир балалар үҫкән ғаиләлә. - Әсәйем мәктәпкә тәүгә барғанда ҡул менән үҙе кейем тегеп кейҙерҙе, - тип иҫләй Расиҡ ағай. - Кейем наҡыҫ, йәй буйы трүсиктә генә, ялан аяҡ үҫтек. Хәҙерге бала ҡараған кеүек, беҙҙе берәү ҙә ҡарап, текләп ултырманы. Эш боҙһаң ныҡ эләгә инде. Атай ҡыҙыу булды, бирләнһә, ике ҡолағы ҡыҙара торғайны . Шуға беҙҙе, ҡыҙыл ҡолаҡ, тип йөрөтәләр ( көлә). Күршелә лесник Кузнецов фамилиялы урыҫ ғаиләһе йәшәне. Шуның Васька тигән улы Рәшиҙә һылыуым менән уйнаны. Шул икәүгә имән ҡайырыһы һыҙырам тип, Васька эйелгән ыңғайы ҡаҡ түбәһенә балта менән эләктем. Зырлап ҡанап ҡайтып китте. Тоня апаһы башын сырмап бәйләп ебәргән. Разборкаға ингән тегеләр. Мин киндер араһында йәшенеп ҡасып йөрөйөм. Атам сыбыртҡы тотоп мине эҙләй. Әсәйем , уға теймә, мине генә туҡма ла ҡуй, тип йүгереп йөрөгән була. Һиңә лә, уға ла эләгә, ти атай. Ҡуй инде. Әсәйем, уҡытырға кәрәк был баланы, зирәк, тигән гел. Шуның буйынса Рафаҡ ағайым 9 класҡа Байыш ауылына ебәрҙе. Рәшит ағайым шофер ине, 1 тоҡ он, 1 тоҡ картуф тейәп, Баҡый ағайҙарға квартираға һалып китте. Директор Гумеров Сәлимйән ағай бейетеп ҡарап кружокка яҙған булды, ансамблгә. Ул шаянлыҡты ҡуйһаңсы инде. Сөгөлдөр йыйырға алып барҙылар. Шунда шофер Айрат ағайға ( Рәшит ағайымдың дуҫы) юнып тырып сөгөлдөр елләнем. Уныһы математика уҡытыусыһы Таиба апайҙың алдына ғына барҙы ла төштө. Таиба апай домкратҡа йәбешеп алған да , кем ырғытты, тип зыҡыта. Берәү ҙә әйтмәне. Иртәгеһен мәктәптә линейка эшләп һоранылар, берәү ҙә әйтмәй. Мин дә өндәшмәйем, үтеп китер тип уйлайһың бит инде. Аламалыҡ уйлап эшләмәгәнмен. Егеттәрҙе бөтәһен дә бер класҡа бикләп ҡуйҙылар. Сәғәт һайын килеп һорайҙар. Тишина. Кис сәғәт биштә ҡайтарып ебәрәләр. Обед юҡ. Өс көн тоттолар шулай. Берәрен эшкәрттеләр микән, әйткән. Бейеүгә лә йөрөмәнем, уның ҡайғыһымы, сөгөлдөрҙән һуң мәктәптән саҡ ҡыуылмай ҡалдым. 10 класта интернаттан урын бирҙеләр. Өтөклөк йәштән булғандыр инде. Литературанан сочинение яҙғанда, гнилой капитализм, тип яҙам тип, гениальный капитализм тип ебәргәнмен бит. Әпәт Сәлимйән ағай класс алдына сығарып, һине бының өсөн или атырҙар ине, или төрмәгә ябырҙар ине. Был политический хата, понимаешь? Орфографик хатаһы юҡ, -тип әрләндем. Юнайҙан Нурмөхәмәт Теләмов Сәғит, Аҡдәүләт ауылы егеттәренең гармунын бүлмәгә алып ҡайтып ремонтлай ҙа, эй уйнай! Мин түҙмәй бейергә төшөп китәм. Ҡыҙҙар, егеттәрҙә күңеллеее, тиҙәр икән, ишектән тыңлап. Шулай уҡылды инде. Мәктәпте бөткәс институтҡа индерәм тип саҡырғандар булды, барманым. Колхозға эшкә сыҡтым. 1968-70 йылда армияла хеҙмәт иткәндә Чехословакияла барған боларышҡа эләктем әҙерәк. Хөкүмәт '' Участник Чехословацких событий" тигән рәхмәт ҡағыҙы менән сикләнде. Операция - Дунай 68, тип геү килделәр. Бер моменты иҫтә . Регулировщик итеп юл буйҙарына һалдаттарҙы берәмләп ҡалдырып киттеләр. Мине ҡара урманда бер перекрестокта ҡалдырҙылар. Ҡулда автомат та түгел, ротный пулемет. Заправленный коробка. Торам, ниндәй ер, ҡайһы ер икәнен дә белгән юҡ. Кире килеп алған кеше юҡ. Ҡараңғы төшөп китте. Бер машина килеп туҡтаны янға, 4 кеше. Беҙгә алдан арлы- бирле кәрәк һүҙҙәрҙе, әйтергә ярамаған һүҙҙәрҙе өйрәткәйнеләр. - Бында кил, - тип саҡыралар тегеләр. -Бармайым, не положено, - тием. Үҙҙәре килде. "Пулеметыңды һат, күп аҡса бирәбеҙ, денег много",- тип күп итеп тотоп йыуғыс шикелле болғап торалар. Аҡсаларының хаҡы юҡ. Былар өйрөлдөрөп алды мине. Уйлап торам инде, ятып та ҡалырһың ошонда, тип. Пулеметтың затворын тартып, өҫкә берҙе очередь бирҙем. Киттеләр ярай. Ә мине килеп алған кеше юҡ. Торараҡ тағы бер машина килеп туҡтаны. Беҙҙекеләрҙең зам по тылу икән. -Нишләп тораһың? ,- һорашты. - Службала. Ҡалдырып киттеләр. - Айда, садись. - Нет, свои должны забирать,- тип торам. - Я тебе приказываю, садись, сынок. Я еду последним. Там никого больше нет, - тип ултыртып алды. Эҙләп табып,рота командирын әрләп , это твой солдат, ты потерял его, тип ҡалдырып китте. Сверхсрочник булып ҡалырға көсләнеләр, егеттәр ҙә, машина алдыҡ, тип алдаштырып өгөтләнеләр. У меня отец старый, тип ҡалманым. Армиянан ҡайтҡас, Овцеводҡа тракторисҡа уҡып ҡайттым да, Рәшит ағайыма напарник булып сыҡтым. Тракторҙа бит тик колхозға ғына эшләмәнек.Кешеләргә лә утын, бесән, башҡа йомошона йөрөйһең. Кәләш әрләй, кеше путевка яҙҙырып йөрөй, һин бушҡа йөрөйһең, тип . Йәйен рәхәт тә, ҡышын үҙәккә үтә инде. Гараж булманы. Юлдар ниндәй ине. Элек бит хөкүмәт ауыл халҡына күпләп мал тоторға ла рөхсәт бирмәне. 4 кәзә, 4 һарыҡ, 1 һыйыр. Халыҡтың һарыҡ кәзәһен йыйып Сибайға тапшырҙылар. Ә береһендә алмағандар, кире алып ҡайтып, МТМ ишек алдында машинала 2 көн ултырҙы. Кәзәләре буталып, кем өлгөрә эрерәген алып, ҡаңғырышып алдылар. Бригадир булып эшләнем. Сығайым бригадирлыҡтан тиһәм, колхоз председателе Хәмит Аринович, мин сыҡҡанда сығырһың, ти ҙә ҡуя. Ахыры егеттәргә әйтеп, собраниела ҡул күтәрегеҙ, тип, мөгәрисләп, саҡ. Техника белгән кеше кәрәк тип , тағы трактористар бригадиры итеп ҡуйҙы. Колхозға яңы Т-40 ҡайтҡайны, егеттәр алмай, ултырмай. Аптырағас үҙем ултырҙым. ( Мин бит МТМ урамында йәшәйем. Иҫләйем, Расиҡ ағайҙың Т-40- гында машинанан шәберәк ҡыуалап, саң борҡотоп уҙып киткәнен. Ул бейек кәүҙәле кеше, һиңкеп барғанда башы төкөп ни йәне ҡала икән, тип аптырап ҡала инем. Тауыҡтар ҡытҡылдап саҡ ҡасып ҡалыр ине.) Расиҡ ағайҙы зав МТМ итеп ҡуялар. Тракторҙа һинһеҙ йөрөүселәр булыр, тигәндәрҙер. Төрлө пландар менән янып эшләп йөрөгәндә шәкәр ауырыуы табалар. Оҙаҡ ҡына больницаларҙа дауаланырға, ныҡ ҡына көрәшергә тура килә. Аллаһҡа шөкөр, көслө рухлы ағай аяҡҡа баҫа. Инвалидность менән пенсияға сыға. 1971 йылда Расиҡ ағай үҙен армиянан көтөп алған һөйгәне Фәниә апай ( Алдағы яҙмаларымда Фәниә апай тураһында яҙғайным инде) менән гөрләтеп туй үткәрә. Бер йыл атай йортонда йәшәйҙәр. -" Ғаиләлә гел емертеп эшләп йөрөгән ир- егеттәр" - тип иҫләй йәш саҡтарын Фәниә апай, - Тәмәке тарталар, етмәһә. Беҙҙекеләр тартманы, өйрәнеүе ҡыйын булды. Бейем, мәгәзин, тип сыға ла китә. Көн аша мейес тултырып икмәк һалам. Икебеҙ ҙә эш хаҡын алып ҡайтып ҡайныма бирәбеҙ. Ул тотто аҡсаны. Киноға барырға бик биреп барманы. Аҡса юҡ, ти ҙә ҡуя ине. Үҙебеҙ өй һалып сыҡтыҡ. Туйға төшкән карауат бар. Йәштәр кер йыуа торған машина бүләк иткәйне. Һауыт- һабаны әсәйем биреп, үҙебеҙсә йәшәп киттек. Бер- бер артлы балалар тыуҙы. Расиҡ балаларға дәрестәрен дә ҡарашты, байрамдарға ла әҙерләшә ине. Эшләп тә йөрөнөк, кино- концерттан да ҡалманыҡ. Әлеге көндә ауылыбыҙҙың "Йәмһибә " ансамблендә йырлап йөрөйөм. Расиҡ йәш сағында сәхнәгә сыға ине, хәҙер ауырығас, ҡалдырҙы инде. Балаларыбыҙ Рәүф, Рим, Гөлшат - Өфөлә, Ләйсән Иҫәнғолда ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Аллаһҡа шөкөр, килен - кейәүҙәребеҙ яҡшы. Ейән- ейәнсәрҙәребеҙ ҙә атай - әсәйҙәре менән килеп ярҙам итеп тора. Баҡса үҫтерәбеҙ, мал тотабыҙ, яйлап үҙ яйыбыҙға йәшәйбеҙ" 54 йыл ҡулға- ҡул тотоноп, күптәргә өлгө, ауыл күрке булып ,шундай матур ғаилә йәшәй Үтәғол ауылында. Һау- сәләмәт булып, балаларығыҙҙың ҡәҙер -хөрмәтендә йәшәргә яҙһын Расиҡ ағай, Фәниә апай!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев