Ҡуҙғалаҡтан бәлеш бешерҙем әле,ҡыҙҙар! Бисмилламды әйтеп, ҡамырҙы маҡтай-маҡтай баҫып, мейесемде көйҙөрөп ҡуймаҫҡа өгөтләп) Бәлешем хәтәр тәмле килеп сыҡты. Ә ҡамыры һуң!!! Йомшаҡ ҡына, татлы, ашаған һайын ашағы килә!
Шулай итеп, тәмлекәсемде бешереү сере менән бүлешәйем әле. Башта ярты стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ шәкәр һалып күпертергә ултырттым. Ул арала 3 стакан онға семтем тоҙ, бер ҡап йомшарған аҡ майҙы (бүлмә темп-да) ҡушып ыуҙым.
(Бер ус тирәһендәйен айырым тәрилкәгә һалып ҡалдырҙым. Ул беҙгә аҙаҡ кәрәк буласаҡ.)
Шунан матур булып күпергән сүпрәне ҡойоп ҡамыр баҫтым. Он аҙыраҡ булды, шуға тағын бер стакан өҫтәнем әле. Әҙер ҡамырҙы шыптыр эсенә һалып ярты сәғ