Тыныс тормош кәрәк
Уйланыуҙар, һыҙланыуҙар
Юғалтыуҙар, табыштар,
Йөрәктәрҙе өтөп ала
Күңелдәге һағыштар.
Һәр бер кеше тыуалыр ул
Татырға шул хистәрҙе,
Ҡаршылап яңы көндәрҙе,
Күрер өсөн кистәрҙе.
Бирһәңсе, беҙгә, хоҙайым,
Бәхетле, имен тормош,
Күрмәһен ине балалар,
Ниндәй булғанын-һуғыш.
Күңел тыныслығы табып,
Йәшәһендәр бәндәләр,
Беребеҙгә лә килмәһен,
Көтмәгәндә, бәләләр.
Берҙәмлектә, татыулыҡта,
Тормоштоң матурлығы,
Йәшәү бит ул-үҙе бәхет,
Беҙгә ни кәрәк тағы?!
Жөмәдиә