Бөгөн беҙҙең өсөн ауыр ҡайғылы көн. 😓 Яҡын дуҫыбыҙ, "Bakshai star" продюсер үҙәгенең саунд-продюсеры, алмаштырғыһыҙ ижади фекерҙәшебеҙ, бер туғандай булған коллегабыҙ Калямов Ильнур СВО-ла һәләк булды. Был юғалтыуҙы һүҙҙәр менән генә аңлатып булмай — йөрәгебеҙҙең бер өлөшө өҙөлөп төшкәндәй.
Илнур иҫ киткес талантлы йырсы, ҡурайсы һәм аранжировщик ине. Уның яҙған йырҙары— һәр ваҡыт халыҡ күңеленә үтә торған хиттарға әйләнде. Беҙ уның менән күпме гастроль юлдарын тапаныҡ, күпме сәхнәләрҙе бергә ҡаҙындыҡ. Минең һәр бер концертым унһыҙ үтмәне — ул тауышты ла көйләне, үҙе лә йырланы, моң донъяһының терәге булды. Бөгөн мин йырлаған бик күп йырҙарҙың авторы ла, йәне лә ул ине.
Илнур үҙенең ғүмер