😓 Яҡын дуҫыбыҙ, "Bakshai star" продюсер үҙәгенең саунд-продюсеры, алмаштырғыһыҙ ижади фекерҙәшебеҙ, бер туғандай булған коллегабыҙ Калямов Ильнур СВО-ла һәләк булды. Был юғалтыуҙы һүҙҙәр менән генә аңлатып булмай — йөрәгебеҙҙең бер өлөшө өҙөлөп төшкәндәй.
Илнур иҫ киткес талантлы йырсы, ҡурайсы һәм аранжировщик ине. Уның яҙған йырҙары— һәр ваҡыт халыҡ күңеленә үтә торған хиттарға әйләнде. Беҙ уның менән күпме гастроль юлдарын тапаныҡ, күпме сәхнәләрҙе бергә ҡаҙындыҡ. Минең һәр бер концертым унһыҙ үтмәне — ул тауышты ла көйләне, үҙе лә йырланы, моң донъяһының терәге булды. Бөгөн мин йырлаған бик күп йырҙарҙың авторы ла, йәне лә ул ине.
Илнур үҙенең ғүмерен Ватанды һаҡлауға арнаны һәм батырҙарса һәләк булды. Уның таланты, игелеклелеге һәм яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә, ул ижад иткән моңдарҙа мәңге йәшәйәсәк.
Илнурҙың ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Сабырлыҡ һәм түҙемлек бирһен Хоҙай һеҙгә. Урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын🙏
Илнур менән хушлашыу иртәгә 20.12,сәғәт 10:00-да Учалы районы , Сораман ауылында буласаҡ.
Хуш, дуҫым 😞 😓 Тыныс йоҡла. Исемең йырҙарыңда мәңге йәшәр.🙏 🙏 🙏


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 19