Онотмайыҡ, бөгөн - "ЙӨРӘК ҺҮҘЕ" !!!
17 декабрҙә сәғәт 19:00 Өфөнөң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһе үтә. Кисәлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тамашасыларға Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», Рауил Бикбаевтың «Ете йөҙ етмеш ете хәҙис», Ирек Кинйәбулатовтың «Бер йәшәргә тыуҙым», Ҡәҙим Аралбаевтың «Ер йылыһы», Гөлфиә Юнысованың «Туҡтатмағыҙ юлдарымда», Зөлфиә Ханнанованың «Мин – башҡорт, тип танышығыҙ», Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Ҡанатлы йөрәк», Рәшит Назаровтың «Ер һәм Йыһан йыры», Лилиә Һаҡмарҙың «Матур йәшәй белеү – батырлыҡ», Хәсән Назарҙың «Һайланма әҫәрҙәр», Фәнил Бүләковтың «Торналарҙы офоҡ саҡыр», Ринат Сөләймәновтың «Йөрәгем