Әсегән бал "фестивале".
Октоберфест Германияла, Франциялағы вино байрамдары тураһында ишетеп беләһегеҙҙер, моғайын... Ә бына мин алыҫ , үткән быуаттың 80 се йылдарында беҙҙә булған "фестиваль" тураһында һөйләп үтмәксемен, үҙем актив ҡатнашыусыһы булараҡ, урыҫса әйткәндә- от первого лица хикәйә...
Ярай , күп һүҙ юҡ һүҙ,башлайыҡ. 1986 йылда , беҙҙе, 2 курс студенттарын,(16 -17 йәшлек егеттәр) колхозға ебәрҙеләр. Беҙҙең группа ҙур булмаған бер ауылға эләкте. Иҫке мәктәп бинаһын ятаҡ иттеләр беҙгә, көндөҙ эштә,кисен клубҡа сығабыҙ. Бер аҙна клубҡа йөрөнөк, ҡыҙҙар оҙаттыҡ, хөрриәт, бәйләнгән кеше лә юҡ., урындағы халыҡ менән дуҫлашып бөттөк тиһәң дә була. Икенсе аҙнаһында клубта ят егеттәр пайҙә