Фильтр
⚫️ Бер үк ҡара тарих...

(Ризаитдин Фәхретдин)
📝 "Әстерхан тарафтарында – "әүлиәләр ҡәберҙәре", Ҡазан виләйәтендә – "хужалар тауҙары", унан башҡа бик күп ерҙәрҙә "изгеләр шишмәләре" исеме аҫтында зыярат нөктәләре барлыҡҡа килтерелеп, ябай мосолмандарҙың шул ерҙәрҙе хаж урындары дәрәжәһендә күреп сәфәр итеүе һәм шунда дин исеме аҫтында күп бидәғәттәр һәм ахмаҡ ғәмәлдәр ҡылыуы аҙ күрелде, ахыры: ошо һуңғы көндәрҙә Өфө ҡалаһына яҡын ерҙә "Шишмә" һәм "Һынташ" исемле яңы зыярат нөктәләре барлыҡҡа килтерелде һәм, махсус биналар төҙөлөп, мөжәүирҙәр (йәғни, шул урындарҙы тәрбиәләп тороусылар) ҡуйылды.
Ул нәмәләрҙе майҙанға сығарыу өсөн бик күп мосолман фәҡирҙәренең балаларын наҙанлыҡ һәм түбәнлек
🌙 Пәйғәмбәрҙең ﷺ васыяты

🌟 "Һеҙгә тиклем булғандар үҙ пәйғәмбәрҙәренең һәм әүлиәләренең ҡәберҙәрен мәсет (ғибәҙәттәр урыны) итер булған. Һеҙ иһә ҡәберҙәрҙе мәсет итмәгеҙ! Мин һеҙгә быны ҡәтғи тыям!"
– тип әйтеп ҡалдырған Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең вафатынан биш көн алда.
ألا و إنَّ مَن كان قَبلَكم كانوا يتَّخِذون قبور أنبيائهم و صالِحِيهم مساجدَ، ألا فلا تتَّخِذوا القبور مساجدَ، إني أنْهاكم عن ذلك
📚 Мөслим, "Сахих" (532), Ибн Хиббән, "Сахих" (6425), ән-Нәсәи, "әс-Сүнән әл-Күбра" (11058), Әхмәт, "Фәдаил әс-Сахәбәһ" (71).
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
📌 Был хәҙистән һәр мосолман өсөн бик мөһим бер нисә һығымта яһарға мөмкин (хәтерҙә ҡалдырығыҙ):
✅ Пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ерләнгән урындарҙа ғибәҙәт ҡылыу – б
☝️ Нимә ул Ислам дине?

✅ "Дөйөм (киң) мәғәнәләге Ислам – ул Аллаһҡа Ул Үҙе ҡушҡанынса табыныу (ғибәҙәт ҡылыу). Һәм был мәғәнәләге Ислам дине Аллаһтың пәйғәмбәрҙәр ебәрә башлаған ваҡытынан алып Ҡиәмәт көнөнәсә дауам итә. Аллаһ Үҙе күп аяттарҙа был турала әйткән, һәм ул аяттарҙан күреүебеҙсә, элекке шәриғәттәрҙең (йәғни, диндәрҙең) бөтәһе лә Аллаһ Тәғәлә өсөн – Ислам дине. Мәҫәлән, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙең (ғәләйһи-ссәләм) шундай доға һүҙҙәрен еткерә:
📖 "Раббыбыҙ! Беҙҙең икебеҙҙе лә (мине һәм Исмәғил улымды) мосолмандар ит һәм беҙҙең нәҫелебеҙҙән мосолман өммәте яһа!" (Ҡөрьән, 2:128).
✅ Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ ебәрелгәндән һуңғы хосуси (тар) мәғәнәләге Ислам дине иһә – Мөхәммәт пәйғә
☕️ Байрам көндәрендә ҡунаҡ йыйыу

📖 "Ике байрамда (Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында) һәм тәшриҡ көндәрендә табынға кеше йыйыу (ҡунаҡ саҡырыу) – сөннәт, был – Аллаһ рәсүле ﷺ мосолмандар өсөн урынлаштырған Ислам йолаларынан".
جمع الناس للطعام في العيدين و أيام التشريق سنة و هو من شعائر الإسلام التي سنها رسول الله ﷺ للمسلمين
📚 Ибн Тәймиә, "Мәджмүғ әл-Фәтәүә", XXV том, 298-се бит.
📎 Байрамға ҡунаҡ саҡырыу
#байрамдар #әҙәптәр #ҡунаҡсыллыҡ
☕️ Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы

📝 "Прежде всего, нельзя не заметить, что башкиры от сношения с русскими выиграли мало – от последних они заимствовали не столько положительные стороны, сколько отрицательные. Что можно объяснить тем обстоятельством, что представители русского элемента, сталкивавшиеся до сравнительно недавнего времени с башкирами, были люди не высокопробной нравственности, люди, не стеснявшиеся в выборе средств для достижения своих целей, большей частью люди наживы, эксплуатации, обмана и т.д. Понятно, что от таких лиц башкиры не могли воспринять что-нибудь хорошее.
Но, несмотря на все неблагоприятные условия, при которых складывалась жизнь башкир после покорения их русскими,
✍️ Ҡорбанға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (4)

Башы бында ♻️
4) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ. Минең һорауым бар. Бер ерҙә, "Мөхәммәт ғәләйһи-ссәләм", тип уҡыным, улай яҙырға яраймы? Әллә гел тулыһынса яҙырға кәрәкме, "Мөхәммәт салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм", тип?
Икенсе һорау: "ҡорбан Мөхәммәт пәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) бағышлап салына", тип яҙылған, был яраған эшме? Зинһар, яуап бирегеҙ әле. Әгәр яңылыш булһа, мин һеҙҙең яуапты уларға ырғытырмын.
Джәзәкүмүллаһү хайран. Аллаһ Үҙ ярҙамынан ташламаһын һеҙҙе!
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Үә иййәкүм әджмәғин! Әйткәндәрегеҙгә әмин.
Беренсе һорауға килгәндә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ исемен яҙғанд
✍ Ҡорбанға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (4)

1) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Һеҙгә һорау бирергә мөмкинме? Ҡорбан ашын ашатыу тәртибе нисек булырға тейеш?
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ.
Ҡайһы районда, ниндәй ауылда нисек йолаға, нисек ғөрөф-ғәҙәткә ингән, шулай. Аныҡ ҡына дөйөм (уртаҡ) тәртибе юҡ.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
2) Һорау: "Ҡорбан салыусының сөннәтле булыуы мотлаҡ түгел", тиһегеҙ. Ә элек беҙҙә сөннәтһеҙ егеттәрҙән ғөмүмән ҡорбан да, мал да салдырмайҙар ине, Аллаһ һаҡлаһын!
Яуап: Сөннәткә ултырыу – әлбиттә, кәңәш ителгән, сауаплы, хуп ғәмәл. Әммә ниндәйҙер ир-егеттең сөннәткә ултырмаған булыуы уның мосолман түгеллеген аңлатмай. Һәм сөннәтһеҙ ир-егеттәр
✍️ Ҡыҙ бала үҫтереү

Һорау: Хәйерле кис! Ишеткәнем бар, ҡайһы кеше: "Минең өс ҡыҙым бар, шуға мин туп-тура Ожмахҡа барып инәм", – ти. Уларҙы нисек аңларға? Үҙҙәре мәсет ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй.
Яуап: Элек күп халыҡтарҙа ғаиләлә ҡыҙ бала тыуыуы йәки ҡыҙ балаларҙың күп булыуы атай кеше өсөн кәмселек, оят нәмә һаналған – бүтән ирҙәрҙән уңайһыҙланып, үҙҙәрен түбән тойоп йөрөгәндәр. Шул арҡала ҡыҙҙарына асыуланғандар, уларҙы ҡыйырһытҡандар, уларға тейешле мәрхәмәт күрһәтмәгәндәр һәм башҡаһы. Ислам дине иһә бындай күренештәрҙең барыһына ла ҡырҡа ҡаршы. Ислам дине ғөмүмән ҡатын-ҡыҙҙың һәм, шул иҫәптән, бигерәк тә, ҡыҙ баланың дәрәжәһен юғары кимәлгә күтәрә, уларҙы һаҡлап, ҡарап ҡын
Показать ещё