Бөгөн райондан махсус хәрби операция зонаһына һәм Курск өлкәһенә сираттағы 28-се ҙур гуманитар конвой юлланды.
Битараф булмаған район халҡы яҡташтарыбыҙға УАЗ һәм Нива автомобилдәре, мотоциклдар, электр һәм бензо – инструменттар, антидрон плащтар, коптер, ноутбук һәм принтер, маскировка селтәрҙәре, дарыуҙар, йылы кейедәр, шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, исем посылкалары һәм башҡа күп нәмәләр ебәрҙе. Уларҙы әҙерләүҙә райондың бөтә ауыл биләмәләре лә ҡатнашты.
Барығыҙға ла яугирҙарыбыҙға әүҙем ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Шулай уҡ гумконвойҙы оҙатып йөрөүсе яҡташтарыбыҙға имен-аман алып барып тапшырап, өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Сегодня из района в