
Был байрам йәш быуындың именлеге һәм һаулығы, балаларҙың рухи, интеллектуаль, физик үҫеше, туған мөхиттә үҫеүе, туған телде белеүе өсөн яуаплы икәнебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкәртә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү—һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнайыҡ, күңел йылыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы йәлләмәйек, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлайыҡ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.
Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек.
Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ир бала – йортҡа терәк.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Бала саҡ иле.
Ул илдә һәр кеше
Дуҫ йә туған,
Һәр үләне хәтфә,
Һәр япрағы - юрған.
Иртә-кисе ҡоштар һайрауына,
Йырға-моңға,
Наҙға-нурға тулған.
Унда көндәр оҙон,
Йоҡо тәмле,
Күбәләктәре ҙур,
Тауҙар бейек.
Һәр бер көнө
Мөғжизәгә тулы -
Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек.
Был илдәме?
Иң көслөһө - атай,
Иң наҙлыһы - әсәй,
Иң иркәһе - яҙғы таң еле.
Йәнәшәлә генә
Шундай ил бар!
Их, бер генә ҡайтып кил ине.
Ул бит сихри бала саҡ иле!
Гөлнур Ғиззәтуллина
Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, имен көндәр, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Ер йөҙөндә һәр бала ата-әсәле, бәхетле булһын, тыныслыҡта йәшәһен!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев