Шөкөр, аттарға ҡарата ҡәҙерһеҙ ҡараш артта ҡала бара. Эш аттарын техника алыштырғас, бергилке ауылдар бөтөнләй атһыҙ ҡалды. Йүгән кейҙерә лә белмәгән быуын үҫте. Башҡа ат кәрәк-яраҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ат арбаһы, сана оҫталары юҡҡа сыҡты. Әммә башҡорт - ул ат йәнле, ул беҙҙең халыҡты билдәләүсе милли код. Башҡорт өсөн ат ул хужалыҡта ярҙамсы, юлда юлдаш, бәйгелә ал бирмәҫ дуҫ, яуҙа - яуҙаш, кейендереүсе лә, туйындырыусы ла булған.
Хәҙер хужалыҡта аттарҙың әллә ни кәрәге юҡ, оҙон юлға ла ат егеп, йә эйәрләп сыҡмайҙар. Бөгөнгө шарттарҙа уларҙы яуҙаш итеп ҡарап булмай. Тайҙарын һабантуй күрке итеп өйрәткәндәр әҙләп булһа ла бар. Хәҙер сабыштан тыш боронғо халыҡ уйындарын тергеҙеүселәр ҙә бар. Йәнә кем өсөндөр ат экзотикаға тиң булһа - беҙҙең өсөн туризм, башҡа заманса хеҙмәттәр аша аҡса эшләү ысулы. (Өфө тирәһендә атта бер сәғәт һыбай йөрөү мең һумдан да кәм түгел, сират иһә ҙур). Дөйөм алғанда, ат беҙҙең заманда байлыҡ күрһәткесе - ауылдарҙа өйөр - өйөр йылҡы малын тотоусылар арта. Шуның менән күптәр ғаиләләрен ҡарай - ҡымыҙ бешеп, йылҡы малын тереләй һатып. Йәшерене юҡ - башҡорт өсөн йылҡы ите, ҡартаһы, ҡаҙылығы иң затлы ризыҡ.
Шулайҙа хәҙер Башҡортостанда аттарға күпкә юғарырыҡ ҡараш формалаша. Тап башҡорт атына булған мөнәсәбәт аша. Республика етәкселеге башланғысы менән йыл һайын үткәрелгән махсус фестиваль уны зурлау сараһы. Республикала башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса айырым институт барлыҡҡа килде. Федераль кимәлдә патент алынды. Быйыл халыҡ-ара кимәлдәге "Башҡорт аты" фестиваленә республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе саҡырыу күҙаллана. Ошо тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған сарала индерҙе.
Шулай итеп, 2026 Ҡытай календары буйынса Утлы ат йылы. Беҙҙең өсөн, әйҙә, Башҡорт аты йылы булһын. Ул да ирек, иркенлек ярата, маҡтаулы оҙонаяҡ аттар күтәрә алмаған йыраҡ дистанцияларҙы үтә алған көслө һәм сабыр ҙа. Был йыл халҡыбыҙ өсөн рухи берҙәмлек йылы булһын.
Ә инде башҡорттарҙа утлы ат юҡ. Ат ене ҡағылған милләттәштәребеҙ уның төҫтәренә, йәштәренә бәйле атамалар буйынса мәғлүмәти белешмәләр әҙерләгән. Һай, афариндар! Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, өйрәнәйек.
"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев