Предыдущая публикация
Башҡортса  асылмалар (Башкирские открытки)

Башҡортса асылмалар (Башкирские открытки)

12 фев 2024
СТӘРЛЕТАМАҠ - 951405935805

СТӘРЛЕТАМАҠ

Рәми ҒАРИПОВ
Башҡорт моңо менән уйылып аҡҡан
Бөтә йәмде йыйған Ашҡаҙар,
Әлмисаҡтан көмөш нурҙар атҡан
Сихри ҡосаҡтарың тарталар.
Дауыт Юлтый.
Эсең бошһа, һыпырт Стәрлегә:
Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар,
Унда һине дуҫтар көтөп торор,
Елгә осор бөтә моң-зарҙар.
Торатауҡай менән Йөрәктауҡай
Ҡыҙ түшкәйе кеүек ҡалҡынып,
Ҡосағына алһа, һыпырып ташлар
Ҡыҙған башҡайыңдың ялҡынын.
Ялҡын яулыҡ болғап һөйгән йәрҙәй,
Ҡаршы алыр һине Стәрле.
Ул, атайың һымаҡ, бик ябай ҙа
Ул, әсәйең төҫлө, хәстәрле.
Аяҡ-торбаларын ҡырҡҡа бөкләп,
Төрөпкәнән төтөн бөркөтөп,
Ултырыр ул соғол олатайҙай
Башҡорт илкәйенең бер ҡото.
Саң-төтөн дә әле етер бында,
Такси ҡатыш, күрсе, арбаны.
Тик үткәнең менән түгел мине,
Һин йәшлегең менән арбаның.
Йәшлек, йәшлек! Ниндәй генә эштә,
Ниндәй генә төҫтә күрмәнем, –
Йәшен йәшнәп, күктәр күкрәгәндәй,
Дәртле һинең күркәм бер мәлең.
Ҡулдарында осҡон уйнаткан ҡыҙ –
Үлмәҫбикәң ниндәй дан алған!
Тимерҙе лә ҡамыр һымаҡ иҙеп,
Замандарҙы ялғай заманға.
Ә йорттарҙа, күрсе, һүрәттәрҙең
Күҙ иркәләр йәйғор нағышын.
Йәш килендәр, гүйә, сүпләп һуҡҡан
Йәшлек наҙын, йәшлек һағышын.
Сымдар буйлап елгән вагонға баҡ —
Әйтерһең дә, һомғол таң ҡыҙы
Сайпылмайса шулай алдыр менән
Туй-табынға ташый ҡымыҙын.
Стәрлекәй ҡойоп Ашҡаҙарға,
Ҡойған һымаҡ уныһы Иҙелгә,
Һөйөү, бәхет һәм ышаныс бында
Бергә ҡойолғандай һиҙелә.
Шуға ла мин шатлығымдан шашып
Йыр йырлайым һәр бер ҡайынға.
Сөнки шул ҡайындар араһында
Йәшлек эҙкәйҙәрем ҡайылған.
Йәшлек, тиеп, бер ҡайынды ҡосһам,
Кем һуң инде башҡа таш ҡаҙар?
Йәнкәй йәнәш булып батҡан ерҙән
Мин яңынан ҡалҡам, Ашкаҙар!..

Комментарии 1

Рафида Султанова - Мазитова
Рафида Султанова - Мазитова
Яратҡан шағирымдың бөгөн тыуған көнө!❤️❤️❤️🙏
12 фев 2024
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Новые комментарии
    Для того чтобы оставить комментарий, войдите или зарегистрируйтесь
    Следующая публикация
    Свернуть поиск
    Сервисы VK
    MailПочтаОблакоКалендарьЗаметкиVK ЗвонкиVK ПочтаТВ программаПогодаГороскопыСпортОтветыVK РекламаЛедиВКонтакте Ещё
    Войти
    Башҡортса  асылмалар (Башкирские открытки)

    Башҡортса асылмалар (Башкирские открытки)

    ЛентаТемы 9 738Фото 14 733Видео 712Участники 26 028
    • Подарки
    Левая колонка
    Всё 9 738
    Обсуждаемые

    Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного

    Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.

    Зарегистрироваться