Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында традицион приздар уйнатып, еңеүселәрҙе иғлан итте.
📌 Конкурста ноутбук, ҡар таҙартыу машинаһы, туңдырғыс, телевизор, робот-саң һурҙырғыс һәм "Ҡарағай" шифаханаһына юллама уйнатылды.
📍 Ноутбук «Йәшлек» һәм «Дыуан хәбәрҙәре» гәзиттәренә яҙылған Р. Йәрмөхәмәтовҡа (Дыуан районы) эләкте. Ҡар таҙартыу машинаһын Нуриман районынан Д. Әлибәков «Толпар» журналына һәм «Красный ключ» гәзитенә яҙылған өсөн алды. «Аманат» журналына Һәм «Һәнәк» журналына яҙылған Өфө ҡалаһынан З. Ишбулатоваға туңдырғыс эләкте. Телевизорҙы «Йәшлек» һәм «Яңы Балаҡатай» гәзиттәренә яҙылған өсөн Өфө ҡалаһынан Э. Закирйәнова отто. Робот-саң һурҙырғыс «Башҡортостан укытыусыһы» журналына һәм "Ейәнсура таңдары" гәзитенә яҙылған Ейәнсура районынан Ә. Ғүмәровҡа тапшырыла.
❗️ "Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны Өфө ҡалаһынан «Йәшлек» һәм «Беҙҙең Ҡыйғы» гәзиттәренә яҙылған Р. Ғафарова яуланы
👏
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Матбуғатҡа яҙылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоғоҙ! ✅М. Байдәүләтов фотолары.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев