Яугирҙе тыуған ауылында тап иттем. Ул ҡаты яраланғандан һуң ике ай хәрби госпиталдә дауаланған. Аяҡҡа баҫҡас, ғаиләһе янына ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан.
– Виталий Михайлович, биш бала атаһы булғас, махсус хәрби операцияға бармайынса ла ҡала ала инегеҙ. Тик тәүгеләрҙән булып ил һағына баҫҡанһығыҙ...
– Ир-аттың төп бурыстары араһында илде һаҡлау тигәне лә бар. Быныһы ҡаныбыҙға һеңгән. Ил саҡырғас, яуға кит инде ир-егет. Мәңге шулай булған. Әлбиттә, ғаиләм менән ныҡлы кәңәшләшеп хәл ителде. Ҡыҙҙарымдың киләсәге хаҡына барҙым.
Бөгөнгө махсус хәрби операция беҙ тарихтан белгән барлыҡ яуҙарҙан ҡырҡа айырыла. Әле ҡурҡыныс күберәген һауанан янай. Ундағы йәштәрҙе ҡыҙғанам, күбеһе ғаилә лә ҡороп өлгөрмәгән. Миңә – 52 йәш, улар өсөн оло кешемен, күпте күргәнмен, беләмен. Беҙ, олораҡтар, йәштәргә терәк, кәңәшсе булырға тырышабыҙ. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Үҙ-ара татыубыҙ, ауыр саҡтарҙа ла төрлө көлкөлө хәлдәр тураһында һөйләшеп, кәйефте күтәрергә тырышабыҙ. Мин күберәк әрмелә хеҙмәт иткән мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп алам. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайҙар. Әйткәндәй, үҙем һаман да бер хеҙмәттәшем менән аралашып йәшәйем. Уға рәхмәт: мин яуҙа саҡта ғаиләмә гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Дуҫлыҡ, намыҫ һәм тоғролоҡ төшөнсәһе яуҙа ла, тыныс тормошта ла бик ҡәҙерле.
– Позывнойығыҙ – “Печник”. Мейес сығарыу оҫтаһымыһеҙ?
– Эйе, кешеләргә 500-ләгән мейес сығарғанмындыр. Үҙебеҙҙең Мишкә, шулай уҡ Балтас, Ҡариҙел райондарында һәм Бөрө, Нефтекама ҡалаларында эшләнем. Сиратҡа тороп, өйгә килеп алып китә торғайнылар үҙемде.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 15