
.Ейәнсура яҡтарында тип һөйләй торғайны әсәйем АЛДЫРҒОШ тигән һунарсы тураһында. Бик шәп, алам тигән йәнлекте алмай ҡуймай торган булган.. Һунарға, ғәҙәттә, ике кешенән дә кәм сыҡмағандар. Алдырғош ризыган арҡаһына аҫып, саңғығап баҫып, этен эйәртеп айлар буйына бер үҙе китә торған булған.
Бер көн иртәнсәк Ҡабра тауының аҫтында, Оло Һүрәмдә Алдырғошто тапҡандар. Ҡаянан осоп килеп төшкән икән. Өйгә алып ҡайтҡас ошо хәлде һөйләгән. Һәр балағыҙға, быуындын быуынға еткерегеҙ тип васыят әйткән.
Һунарҙа оҙаҡ ҡына йөрөгән, табышы ла мул булған. Һунарҙа йөрөгәндә ала-йола бер йәнлекте күрә-бирә йөрөгән. Тик, "Мин алмаған йәнлек юҡ, мин бер хайвандан да, йыртҡыстан да ҡурҡмайым"-тип йөрөгән.
Ҡайтыр юлға сыҡҡас, усау яғып, аш бешереп ашап алырға булған.Ҡаҙан аҫыу менән, усаҡтың арғы яғына бер йән эйәһә килеп ултырған. Эҙәм тиһәң-әҙәм түгел, йыртҡыс тиһәң-йыртҡыс түгел...Алдырғоштоң эте көсөк кенә кеүек итеп шыңшый, ә һунарсы һыр бирмәй, үҙ эше менән була.Ит бешкәс, Алдырғош ҡаҙанды ҡутарып ит бүлә башлай. Итлерәк ерен үҙенә ҡалбыра, һөйәктәрен этенә ырғыта. Теге йән эйәһе һөйәктәрҙе һауала уҡ эләктереп алып, сәйнәмәй йотоп тик тора ти. Алдырғош ашап ала, саңғыһын кейә лә мылтығына ынтыла. Тегй йән эйәһе мылтыҡты тартып ала ла, шартлатып һындырып усаҡҡа бәрә. Эттэ урталай өҙгөләп ике яҡҡа ташлай.
Шул саҡта Алдырғош сағыһы менән тауҙар- таштар араһынан ауылға ҡарай югерә.Шулай итеп Ҡабраның башына тиклем артта ла ҡалмай, уҙып та китмәй, ҡыуып алып килгән Алдырғошто. Йәмһеҙ тауыш менән үкергән: "БАРЫҺЫНА ла еткер!!! Алтан сыҡҡан ерҙе кешегә һөйләмәгеҙ.Урман байлығына теймәгеҙ, тамаҡ туйҙырырлыҡтан артығын алмағыҙ. " Ошоноң тураһында һөйләп бөткәс Алдырғош йән биргән.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1