Ғафури районының Толпар ауылында ғәжәйеп хәл булған. Йорт хужаһы һыйырын һуйғас, малҡайҙың ҡарынан ҙур күләмдә аҡса килеп сыҡҡан. Ошо хаҡта ул видеояҙма аша ауылдаштарына һөйләй.
“Кисә бына һайыр һуйҙым. Һуймаҫ инем, ауылдаштар, үҙегеҙ күрәһегеҙҙер инде, һәр ваҡыт сүплектә йөрөнө. Мин ундай нәмәне күргән юҡ ине. Бер башмаҡ һуйғанда күрҙем, кәнишнә, әммә быныһында ышанаһығыҙмы-юҡмы, егеттәр, 30 килограмм ҡый сыҡты. Ғибрәт! Иң мөһиме - эсендә янсыҡ ята. Дорофеевтыҡымы? Эсендә аҡсалары ята. Ышанаһығыҙмы-юҡмы?! Аҡса арыуыҡ суммала”, – тип ауылдаштарына видеояҙма һалған һыйыр хужаһы.
“Документтары миндә, эҙләгән кеше мөрәжәғәт итһен”, – ти ул.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев