Кисә Мәскәү ҡалаһында үткән "Рәсәйҙең милли матурлығы" һәм "Донъяның милли гүзәллеге" конкурс -тарында Башҡортостан делегацияһы исеменән өлкәндәр араһында сығыш яһаған һылыуҙарыбыҙ - Гөлфиә Ниғмәтуллина һәм Эльмира Килдейәрова менән Данилина Ҡузиәхмәтова үҙ йәш категорияларында еңеүҙәргә өлгәште. "Рәсәйҙең милли матурлығы" конкурсында "Дебют" һәм "Профессионал" категорияларында Гөлфиә Ниғмәтуллина менән Эльмира Килдейәрова Гран-при яуланы. Данилина Ҡуҙиәхмәтова "Донъяның милли гүзәллеге" конкурсының "Абсолют" категорияһында Гран-приға лайыҡ булды. Уларҙы бәйгегә "Һомай" театр-дефиле студияһының төбәк етәксеһе Зарина Йәнбирҙина әҙерләгән. Ҡыҙҙарҙы ҡотлайбыҙ!


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3
Мы желаем вам позитива удачи успехов понимание везения здоровья любви благополучия семейного счастья