Предыдущая публикация
Хәбәрһеҙ һуғышта улы юғалған,
Бәлки яңлыштыр тип
Ышанмай әсәһе,
Табылыр ҙа, ҡайтып
Килер шикелле.
Өмөтләнеп көтә хәбәр улынан,
Телефонды ҡотҡармай янынан,
Ҡулынан килмәй эше лә,
Билдәһеҙлек йөрәген өтә лә.
Тормошо бүленде икегә,
Быға тиклем - унан һуңғыға,
Бирһен түземлек әсәй кешегә
Ауыр хәбәрҙе кисереп йәшәргә.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 31