Предыдущая публикация
Ауыр заманалар килде,
Боҙола әҙәм заттары.
Арабыҙҙа бөтөп бара
Кешелек сифаттары.
Элек оло кешеләргә
Ҡайҙа ла хөрмәт ине.
Хәҙер юғарынан берәү
Улар артыҡ йән тине.
Балаларға үрнәк инек,
Үрнәкме икән хәҙер?
Беҙҙең ғүмерҙе ҡай берәү
Һыҙып ташларғә әҙер.
Яңылыш ҡына бер сөскөрһәң
Күрәһең яуыз ҡараш.
Магазинда йә баҙарҙа
Йыш ҡына иреш-талаш.
Әбёй,бабай, балаларҙы
Йыш ҡына рәнйетәләр.
Ҡод булмаһа автобус аң
Сығарып ырғыталар.
Иманыбыҙҙы һатмайыҡ,
Мәрхамәтле булайыҡ.
Балаларҙы,ололарҙы
Яҡлап алып ҡалайыҡ.
Арҡаны арҡаға терәп
Тығыҙ сафта барайыҡ.
Ниндәй ауырлыҡ килһә
Кеше булып ҡалайыҡ!


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 36