Предыдущая публикация
Теҙләнмәм!
Яҙмыш еле-ниңә һин йыш ҡына,
Әсе,һалҡын булып иҫәһең?
Көтмәгәндә ҡара көсөң менән,
Ағымдан йығып китәһең.
Байләнмәсе миңә һалҡын бөркөп,
Алдарыма ҡалын көрт һалма.
Юлдарымдан кире боролмам мин,
Ярты юлда ятып та ҡалмам.
Йығылып китһәм тағын бер торормын,
Ҡояш балҡығанын күрермен.
Тубыҡланып,ҡалтырап төшөргә,
Рухи хәлһеҙ,курҡаҡ түгелмен !
Әсе яҙмыш!Аяҡтан йығам тип,
Яңы һынау уйлап эҙләнмә!
Һүңғы көнөм ,һулышыма тиклем,
Һинең алдарыңда теҙланмәм!


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 10
Дуҫтарым дуҫ-иштәрем!
Һеҙ дуҫтарҙан айырылһам,
Ғәзиз башы нишләрмен?!?