Предыдущая публикация
Болоҡһома әле күңелкәйем
Яңы йылда үтеп китте тип,
Күмәк саҡта өйҙә күңелле лә
Балаларҙы тотоп булмай тик.
Гөрләп кенә ҡайтып керәләрҙә
Йөрәкләргә бәхет таратып.
Күп тойолған көндәр бик тиҙ үтә
Өлгөрмәйбеҙ хатта яратып.
Яңы йылды ошо мәлдәрендә
Һәр йыл һайын күңел бойоға
Ҡайтты тиеп әйтеп өлгөрмәйһең
Әҙерләнә бала , юлына
Бойоҡмале күңел, болоҡһома
Ҡоштарҙа бит айыра балаһын
Һәр тере йән бала сығара ла
Ышана алмай яңғыҙ ҡалаһын.
Бәхетенә йөрөһөн һәр бер бала
Үҙ аяғы менән атлаһын
Үҙ -үҙенә ышанып барһын алға
Хәсрәттәргә генә һалмаһын.
Замира Бикбулатова.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 16