Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 14
Мәжелескә туғандарым
Йыйылғандыр бары ла.
Ә мин ситтә, бер ялғыҙым,
Нисек һеҙҙе һағынам.
Көърән астым апайыма
Сауаптары тейһен тип.
Бик интекте был донъяла
Ул донъяһын бирһен тип.
Утын өйәм урамында,
Ә һин тәҙрә буйында.
Арып талып китмәһен тип,
Беҙ булдыҡ бит уйыңда.
Хәҙер ҡайтһам өйөң бикле,
Ҡапҡалар ҙа ябылған.
Һалҡын ташҡа иҫтәлеккә
Тик исемең уйылған.
Тыныс йоҡла апаҡайым,
Балаларың бик уңған.
Ғүмерлеккә онотолмаҫһың
Йөрәктәргә уйылған.